Здавалка
Главная | Обратная связь

Се алып барыусы-Наил -11

Се алып барыусы Наил 11

Хәйерле көн,хөрмәтле ата-әсәләр,уҡытыусылар,уҡыусылар,ҡунаҡтар!

1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ!

2.БР гимны яңғырай

Се алып барыусы- Алина 11

Сентябрь,сентябрь

Килеп тә етте.

Ҡунаҡ түгел,хужа булып

Түрҙәргә үтте.

Көҙгө елдәр сәстән һөйҙө,

Иркә ҡағылып

Ҡаршыланы беҙҙе мәктәп,

Көтөп,һағынып.

Се алып барыусы Наил 11

Хөрмәтле уҡыусылар!Бөтәгеҙҙелә ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙә бөгөн байрам – 1 сентябрь!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты.Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый,күҙҙәрендә нур,йөрәктәрендә дәрт.Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

Ә хәҙер,дуҫтар,байрам менән тәбрикләү өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Ильяс Ҡасим улы Әкимбәтовҡа бирәбеҙ.Рәхим итегеҙ.

 

4.Мәктәп директоры Ильяс Ҡасим улы Әкимбәтов сығыш яһай.

Ул,үҙ сиратында,килгән ҡунаҡтарға һәм ауыл етәксеһенә лә һүҙ бирә.

5.Ҡунаҡтар тәбрикләй.

Се алып барыусы- Алина 11

Ә хәҙер байрам менән тәбрикләү өсөн һүҙҙе мәктәп уҡыусыларына бирәбеҙ.

7.Б.Заһир-4кл

Беренсе сентябрь

Мәктәптә беҙ бөгөн.

Был беҙҙең ашҡынып

Һағынып көткән көн.

8. М.Гөлназ-4кл

Мәктәп,бөгөн һин ҡаршы ал

Ишектәрең киң асып,

Беҙ ныҡлы белем алырбыҙ

Дәрт-көстәр тора ташып.

9.Йыр “Уҡытыусыма”.

1.Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм

Тәү башлап мәктәп ишеген

үрелеп асҡан көнөм.

2.һин, уҡытыусым, шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә.

3.һин һөйләнең бәхетемдең

Аҡлығы тураһында

Тыуған илдәге халыҡтың

Шатлығы тураһында.

4.һин етекләп мендең мине

Тауҙарҙың бейегенә

Алып киттең далаларға

Диңгеҙҙәр киңлегенә

 

10. К.Айгөл -5кл

Һаумы мәктәп!Һуҡмағыңа

Ҡанатланып баҫабыҙ

Китап битен асҡан һайын

Донъя серен асабыҙ.

 

Се алып барыусы – Наил 11

Үткән уҡыу йылында беҙҙең мәктәпте 8 - ҡыҙ, 5 - егет уңышлы тамамлағайны.Уларға алмашҡа бөгөн 1 синыфҡа беҙҙең 3 -кескәй дуҫыбыҙ килгән.Һүҙҙе беҙ уларға бирәйек.

12. I синыфтар сығыш яһай.

Йыр “Әсәй менән гөл ултытртыҡ”

1-

Беҙ мәктәпкә тәүге тапҡыр

Килеүселәр,килеүселәр.

Әлифбаның серҙәренә

Инеүселәр,инеүселәр.

2-

Беҙгә ҡарағас

Һеҙгә ҡыҙыҡтыр

Беҙ ниндәй бәләкәй

Ә һеҙ ниндәй ҙур.

3-

Бәләкәй генә булһаҡ та

Шиғыр һөйләй беләбеҙ

Уңғандарҙы маҡтайбыҙ

Ялҡауҙарҙан көләбеҙ.

-

Балаларҙың тауышына

Гөр килә беҙҙең урам.

Мин дә,бөгөн тәүге тапҡыр

Мәктәпкә китеп барам.

-

Ҡыйын булмаҫмы икән

Дуҫтар табылыр микән?

Көн буйы мине көтөп

Ҡустым һағыныр микән?

-

Тороғоҙ,тиҙ булығыҙ!-тип

Иртүк әтәс ҡысҡыра

“Килегеҙ,кил уҡырға”,-тип

Беҙҙе мәктәп саҡыра.

-

Беҙ мәктәпкә киләбеҙ,

Хәйерле сәғәттәрҙә.

Эй,мәктәбем өйрәт мине

Иң матур ғәҙәттәргә.

 

Се алып барыусы Алина 11

Ер йөҙөндә төрлө-төрлө

Ни ҡәҙәре китап бар.

Бик ҡалын да,бик оло ла,

Кес кенә лә китап та бар.

Се алып барыусы. Наил 11

Әммә барлыҡ китаптарҙың

Иң беренсе баҫҡысы,

Күңелдәргә иң тәү башлап

Белемгә юл асыусы.

Тәрән серҙәр һарайына

Тәүге асҡыс биреүсе,

Беренсе ҡат шул һарайға

Беҙҙе алып кереүсе

Тик бер китап.Уға тиңдәш

Ниндәй китап бар тағы?

Беләһегеҙме һеҙ - ул ниндәй китап ?

15. 1синыф яуап бирә

- Беләбеҙ.Ул -Әлифба.

Әлифба керә- Зифа 11

Эйе,дуҫтар,ул мин булам

Әлифба - тел асҡысы.

Белем тигәне оло юлдың

Иң беренсе баҫҡысы.

Һеҙгә минең теләгем шул:

Мине һаҡлап тотоғоҙ,

Миндә бик күп хәрефтәр бар

Бик тырышып уҡығыҙ!

11синыф уҡыусылары 1 синыф уҡыусыларына “Әлифба” тараталар.

Рита 11

–Кескәй дуҫтарыбыҙ,белем донъяһына кереү өсөн серле асҡыс та бүләк итәбеҙ.

“Белем асҡысы”бирә.

Шиғыр-Рита 11

Ҙур үҫтегеҙ,туғандар,

Уҡыусылар булдығыҙ

Хәҙер инде тырышып,

Яҡшы итеп уҡығыҙ.

Тәртиплеләр булығыҙ.

Бөхтә булһын өҫтөгөҙ

Тырыш булығыҙ гелән

Уң булһын эштәрегеҙ.

Беренселәргә өгөт-нәсихәт Алина

1.Тәүге тапҡыр сәскә тотоп

Шатланып мәктәпкә килдең.

Беренселәр һеҙгә бирәбеҙ

Кәңәштәрҙең иң изгеһен:

 

2.Ярат,ҡәҙерлә мәктәпте.

Һөй һәм һаҡла китапты.

Мәктәптең бәҫен төшөрмә

Дәрескә һуңлап йөрөмә.

 

3.Тырышып уҡырға өйрән,

Тик “5”кә генә өлгәш.

Бөхтә әҙәпле,инсаф бул

Һаулыҡ һорашырға онотма.

 

4.Иҫеңдә тоторға тырыш:

Тәртип боҙоу – ҙур оят.

Һәр ваҡыт йырлап йөрөһәң -

Кәйефең булыр бик шәп.

 

5.Дөрөҫ итеп туҡланһаң-

Һаулығыңда ҡаҡшамаҫ.

Атаң-әсәң һүҙен тыңла,

Уҡытыусың зарланмаҫ.

 

6.Фән үрҙәренә менергә

Беҙ ҙә ярҙам итербеҙ.

Кәңәштәргә ҡолаҡ һалһаң

Икенсегә күсерһең

“Беренселәргә өгөт-нәсихәт” танытмаһы тапшырыла.

 

17.М.Диана-5кл

Ниндәй күңелле,сентябрь башы

Мәктәпкә илткән,юлдар ҡояшлы

Шатлана,көлә,ата-әсәләр

Ҡулдарҙа гөлдәр,алһыу сәскәләр.

се алып барыусы-Наил -11

Йә әйтегеҙ балалар,

Ерҙә нисә ҡояш бар?

 

19.Яуап бирә 1синыф уҡыусылары- 1.

20. 2-се алып барыусы-Алина 11

Ерҙә күп ул ҡояштар!

Ерҙә иң ҙур Ҡояш бар-

Атай менән әсәй бар,

Олатай менән өләсәй бар!

21. Сәрьяр -5кл

Беҙҙе ҡотлай атайҙар:

-Бик ҙур үҫкәнһегеҙ!-тиҙәр.

Өйрәтәләр әсәйҙәр:

-Һәйбәт булығыҙ!-тиҙәр

-Хәйерле юл,хуш!-тиҙәр

2-се алып барыусы-Алина.

(Хор менән)

“Рәхмәт һеҙгә атайҙар,рәхмәт һеҙгә әсәйҙәр!

22. Әлфинә-5 кл

Еҙ ҡыңғырау моңға күмде,

Көҙҙөң ҡояшлы күген.

Шау-гөр килеп,мәктәп алды

Шатлыҡҡа тулды бөгөн.

Розалия-5кл

Алтын көҙҙөң,яҡты көндөң

Ҡәҙерен беләбеҙ беҙ.

Бөгөн тағы төркөм-төркөм

Мәктәпкә киләбеҙ беҙ.

Лиана-5кл.

Шау-гөр килә балалар

Яңғыратып мәктәп эсен.

Бында йыйылған улар

Тырышып уҡыр өсөн.

Нияз-5кл

Дәфтәрҙәр,китаптар барлайһың,

Яңы көс, яңы дәрт йөрәктә.

Һин инде уйнарға бармайһың,

Ҡыңғырау саҡыра мәктәпкә.

Г.Айнур-5кл

Йәмле йәйҙәр үтте инде,

Көҙҙә килеп етте инде.

Яңы мәктәптәргә инеп,

Уҡыр ваҡыт етте инде.





©2015 arhivinfo.ru Все права принадлежат авторам размещенных материалов.